Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль , 12:20

Ярҙам бар - эшләйбеҙ!

2024 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 3 миллиард һум дәүләт ярҙамы алған, шул иҫәптән 60% (1,8 миллиард һумы) – төбәк бюджетынан.

2024 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 3 миллиард һум дәүләт ярҙамы алған, шул иҫәптән 60% (1,8 миллиард һумы) – төбәк бюджетынан. Аҡса төбәктә баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн тотонолған.

– Республика аграрийҙары сәсеүҙе уңышлы атҡарып сыҡты, шул иҫәптән федераль һәм төбәк бюджеттарының ваҡытында ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә. Һәйбәт уңыш үҫтерҙек, — тине вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Быйыл 2,8 миллион гектар ауыл хужалығы культураларын йыйып алырға кәрәк, шуның 1,6 миллиондан ашыуы – иген һәм ҡуҙаҡлы иген. Яҡшы уңышҡа өмөтләнәбеҙ – 3,5 миллион тоннанан күберәк иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 600 мең тоннанан ашыуыраҡ май культуралары.

Беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамының төп йүнәлештәре: берҙәм субсидия (1 миллиард һум), ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу өсөн субсидия (1 миллиард һум), иген етештереү һәм һатыу өсөн субсидия (350 миллион һум) һәм минераль ашламалар һатып алыу өсөн субсидия (250 миллион һум).

Дәртләндереү һәм компенсациялау субсидиялары бер субсидияға берләштерелгән (фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары өсөн грант программалары, агростраховкалау, етештерелгән һөт өсөн, тоҡомло малсылыҡ).

Автор:
Читайте нас: