Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль , 19:20

"Дельпицца" янында ҡыҙға төкөгән

ҡатындың "права"һы ялған булыуы асыҡланған

"Дельпицца" янында ҡыҙға төкөгән
"Дельпицца" янында ҡыҙға төкөгән

Бөгөн Баймаҡта "Дельпицца" кафеһы янында авария булды. Унда йәйәүле саҡ һәләк булманы. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ҡалала көндөҙ ВАЗ-2107 автомобилен йөрөткән 36 йәшлек ҡатын машинаһы менән идара итә алмай, кафе янында торған 22 йәшлек ҡыҙҙы тапаған. Ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһына протокол төҙөгәндә эске эштәр министрлғының мәғлүмәт базаһында водитель таныҡлығы номеры буйынса башҡа мәғлүмәттәр сығыуын асыҡланы. Ҡатын бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмаған. Ялған документтар факты буйынса водитель артабанғы тикшереү өсөн урындағы полиция бүлегенә килтерелгән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Автор:
Читайте нас: