Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль , 17:47

Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.

 Ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ. ️ Бөтә аккаунттарығыҙ өсөн ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ. Ҡоролмаларығыҙға вирусҡа ҡаршы программа һәм операцион системалар күсереп алығыҙ һәм уларҙы даими яңыртып тороғоҙ. Шикле хаттарҙы асмағыҙ, шәхси мәғлүмәт индереү талап ителгән һылтанмаларҙы асмағыҙ. Өйҙәге Wi-Fi-ҙы пароль менән һаҡлағыҙ. Интернетҡа үҙегеҙ тураһында артыҡ күп мәғлүмәт һалмағыҙ һәм уны шикле сайттар менән уртаҡлашмағыҙ. Балаларығыҙға һәм ата-әсәләрегеҙгә киберхәүефһеҙлек тураһында һөйләгеҙ. Уларҙы интернетта һаҡ булырға һәм һәр төрлө шикле осраҡты һеҙҙең менән уртаҡлашырға өйрәтегеҙ.

Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
▫ Ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ.

▫ ️ Бөтә аккаунттарығыҙ өсөн ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ.

▫ Ҡоролмаларығыҙға вирусҡа ҡаршы программа һәм операцион системалар күсереп алығыҙ һәм уларҙы даими яңыртып тороғоҙ.

▫ Шикле хаттарҙы асмағыҙ, шәхси мәғлүмәт индереү талап ителгән һылтанмаларҙы асмағыҙ.

▫ Өйҙәге Wi-Fi-ҙы пароль менән һаҡлағыҙ.

▫ Интернетҡа үҙегеҙ тураһында артыҡ күп мәғлүмәт һалмағыҙ һәм уны шикле сайттар менән уртаҡлашмағыҙ.

▫ Балаларығыҙға һәм ата-әсәләрегеҙгә киберхәүефһеҙлек тураһында һөйләгеҙ. Уларҙы интернетта һаҡ булырға һәм һәр төрлө шикле осраҡты һеҙҙең менән уртаҡлашырға өйрәтегеҙ.


Эштә киберхәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:

🔹 Эске именлек хеҙмәте тәҡдим иткән ресурстарҙы һәм программа тәьминәтен генә ҡулланығыҙ.

🔹 Электрон хаттарҙы асҡанда һаҡ булығыҙ - фишинг эләгеүе ихтимал.

🔹 Эшсе ҡоролмаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, әгәр эргәһенән китһәгеҙ, уларҙы ябығыҙ.

🔹 Конфиденциаль мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡ ҡуйылған серверҙарҙа һәм ҡоролмаларҙа ғына һаҡлағыҙ.

🔹 Бөтә киберинциденттар һәм ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлегенә хәбәр итегеҙ.


Киберхәүефһеҙлек тураһында файҙалы сайттар:

📌 киберзож.рф - үҙеңде һәм яҡындарҙы яҡлау ысулдары тураһында;

📌 кибер-буллинг.рф - интернет-эҙәрлекләүҙәргә ҡаршы тороу тураһында;

📌 выучисвоюроль.рф - телефон мутлашыусыларын нисек танырға һәм улар шылтыратҡанда нисек дөрөҫ эш итергә;

📌 прокачайскиллзащиты.рф - һаҡлы паролдәр булдырыу һәм фишингты таныу тураһында.

#АңлатабыҙБашҡортостан
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: