Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль , 09:31

Идара хеҙмәткәрҙәрен киләсәктә ниҙәр көтә?

Был турала "Global Management Challenge – 2024"  стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионатының милли финалында һөйләштеләр.     

Идара хеҙмәткәрҙәрен киләсәктә ниҙәр көтә?
Идара хеҙмәткәрҙәрен киләсәктә ниҙәр көтә?

Өфөлә "Global Management Challenge – 2024"  стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионатының милли финалы бара. Сарала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша.

Финал барышында “Идарасыларға саҡырыу: киләсәккә ҡарайбыҙ” сессияһы уҙғарылды. Йәнле һөйләшеүҙә филология фәндәре кандидаты, доцент,  Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы етәксеһе Илшат Рысаев, идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһы дирекцияһы етәксеһе, социология фәндәре кандидаты Светлана Андреева, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор, Урал федераль университетының бизнес-мәктәбе директоры Лариса Малышева, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының фәнни һәм ойоштороу эштәре буйынса проректоры Роман Ободец ҡатнашты.

Илшат Рысаев “Дәүләт кадрҙары сәйәсәтенең заманса трендатары” темаһына сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, киләсәккә кадрҙар әҙерләгәндә элекке парадигмаға һис тә таянырға ярамай.

Светлана Андреева Президент программаһы буйынса Башҡортостанда башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Программа әле ике уҡыу йортонда —Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Өфө фән һәм технологиялар университетында эшләй. Бөтәһе республикала 2065 идара итеүсе әҙерләнгән.  

Лариса Малышева Урал федераль университетының бизнес-мәктәбе хаҡында — трендтары, проекттары, перспективалары тураһында бәйән итте.

Роман Ободец төбәктәрҙә бизнес буйынса белем биреүҙе камиллаштырыу ысулдары хаҡында һөйләне. Белгес һүҙҙәренсә, был юҫыҡта уңыш тик педагогик коллективтан, уларҙың инновациялы идеялар тыуҙырыуҙарынан тора.

Сессия барышда тыңлаусылар  спикерҙарға һорауҙарын да бирҙе. Белгестәр шуна ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: Рәсәйҙең менеджмент моделен илдең үҙенсәлеген, күп милләтле булыуын, тарихын күҙ уңында тотоп булдырыу мөһим, сит илдәргә эйәрер урынға, уларҙың тик яҡшы яҡтарын алырға, хаталарын өйрәнергә  кәрәк.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: