Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2024, 06:37

Яугирҙәргә елле бүләк

Ҡаланың 3-сө мәктәбенең 9-сы "В" класы уҡыусылары сығарылыш кисәһенә, тип бирелгән бүләкте МХО-ла хеҙмәт иткән яугирҙәргә бүләк итергә ҡарар иттеләр. Был аҡсаға улар самауыр һәм бензин бысҡыһын һатып алдылар. 

Яугирҙәргә елле бүләкЯугирҙәргә елле бүләк
Яугирҙәргә елле бүләк

"Уҡыусыларҙың был ярҙамы мотлаҡ яугирҙәребеҙгә барып етәсәк", -- тип район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уҡыусыларҙы тәбрикләне.

Әле был уҡыусылар тормош юлындағы оло байрамға әҙерләнәләр. Сығарылыш кисәһе күптәре өсөн оло тормошҡа юл аса. Бәғзе берҙәре 10-сы класҡа барырға ниәт итәләр. Барыһына ла уңыштар, бәхеттәр теләйек.

9-сылар шулай уҡ яугирҙәргә видеосәләм дә юлланылар. Был сәләмде һеҙгә лә, хөрмәтле подписчиктарыбыҙ, тәҡдим итәбеҙ. 

 

Яугирҙәргә елле бүләк
Яугирҙәргә елле бүләк
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас