+21 °С
Болотло
Өфөлә республиканың иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указдары буйынса дөйөм алғанда 40 табипҡа, шул иҫәптән ике яҡташыбыҙға маҡтаулы наградалар тапшырылды.
Невролог, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеге мөдире Гөлнара Самарбаева Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһына, ә ҡала поликлиникаһының участка фельдшеры Роза Ғөбәйҙуллина «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре» миҙалына лайыҡ булдылар.
Ҡотлайбыҙ!