Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә ата-әсәләр тырышлығы менән мәктәп эргәһенә балалар майҙансығы булдырылды.
Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола, сөнки был микрорайонда әлегә балалар өсөн бер ниндәй ҙә күңел асыу, ял итеү урындары юҡ ине. Хәҙер, был йәһәттән күңелдәре тынысланыр. Балалар ошондай уйын майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине. Етмәһә, ҡоролманың мәктәп эргәһендә генә булыуы яҡшы, уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә балаларҙы күҙҙән яҙлыҡтырмаҫ, - тип ҡыуаныстарын йәшермәй ата-әсәләр.
Әйткәндәй, унан алда туп уйындары менән уйнау өсөн дә майҙансыҡ булдырғайнылар.
"Южный"ҙа бик татыу, берҙәм халыҡ йәшәй, молодцы, һеҙ башҡаларға өлгө булып тораһығыҙ.
#2024_ГодСемьи#ҒаиләЙылы
#СердцеОтдаюДетям
Венера Ҡасҡынова,
5-се мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.