Новости
19 Май 2024, 10:00

Бер тәүлек эсендә 3 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡандар

Мутлашыусылар ҡатындың исеменә ҙур күләмдә кредит алырға теләүҙәре тураһында "иҫкәртә". Банк операцияларын булдырмау өсөн бөтә аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк, тиҙәр. Ҡатын мутлашыусыларға 1 миллион һум аҡса ебәрә, ул сумманы ҡатын кредитҡа ала. Банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да карта мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм һорауҙарҙы телефон аша хәл итмәйәсәк. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, кредит алырға теләүегеҙ тураһында һөйләһәләр, телефонды ҡуйып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн банкка барығыҙ.

Бер тәүлек эсендә 3 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡандарБер тәүлек эсендә 3 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡандар
Бер тәүлек эсендә 3 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡандар

Мутлашыусылар граждандарҙың аҡсаһын тартып алыу өсөн күп кенә алдау юлын ҡуллана. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә Нефтекаманың хоҡуҡ һаҡсыларына мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән 53 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул мәктәп директоры исеменән билдәле бер мессенджерҙа мутлашыусыларҙан хәбәрҙәр килеүен һөйләгән. Шулай уҡ енәйәтселәр уның менән аралашыу барышында үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра. Улар ҡатындың исеменә ҙур күләмдә кредит алырға теләүҙәре тураһында "иҫкәртә". Банк операцияларын булдырмау өсөн бөтә аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк, тиҙәр. Ҡатын мутлашыусыларға 1 миллион һум аҡса ебәрә, ул сумманы ҡатын кредитҡа ала.

Эске эштәр министрлығының 7-се полиция бүлегенә ғариза менән 21 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Ул билдәле мессенджерҙарҙың береһендә бер нисә номерҙан шылтыратыуҙар килеүен хәбәр итә. Енәйәтселәр үҙҙәрен кәрәҙле компания хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм абонент хеҙмәттәрен оҙайтырға тәҡдим итә. Һуңынан енәйәтселәр уның иҫәбенән аҡса күсерелеүе тураһында хәбәр итә. Алдауға "банк вәкилдәре" ҡушыла, улар аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсереү кәрәклеге тураһында һөйләй. Ҡыҙ үҙенең тупланмалары өсөн ҡурҡа һәм мутлашыусылар күрһәтмәһе буйынса эш итә башлай. Ул сит иҫәптәргә 585 мең һум аҡса күсерә, шунан һуң уның менән бәйләнешкә сығыу туҡтатыла.

Аҡсағыҙҙы таныш булмаған иҫәп-хисаптарға күсермәгеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да карта мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм һорауҙарҙы телефон аша хәл итмәйәсәк. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, кредит алырға теләүегеҙ тураһында һөйләһәләр, телефонды ҡуйып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн банкка барығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас