Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март , 15:15

Башлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына яуаптар әҙерләргә ҡушты

Һорауҙар бик күп: кемдеңдер һаман түләүҙәре, кемдеңдер документтары юҡ, кемдер шәфҡәтһеҙлеккә зарлана...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шаршамбыға тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан килгән һорауҙарға яуаптар әҙерләргә ҡушты.

«Уҙған аҙнала беҙ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләнек, муниципалитеттарҙа ла уны ойошҡанлы итеп үткәргәндәрҙер тип ышанам. Республика кимәлендә саралар күп булды. Беҙ тантаналы республика ултырышын үткәрҙек, шунан һуң беҙҙең гүзәл зат вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеге булды, улар араһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәләл ефеттәре, әсәләре, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары бар ине. Һорауҙар бик күп: кемдеңдер һаман түләүҙәре, кемдеңдер документтары юҡ, кемдер шәфҡәтһеҙлеккә зарлана. Мин сәғәт ярым уларҙың һорауҙарына яуап бирҙем, ә шуларҙың күбеһен муниципалитеттар кимәлендә хәл итергә мөмкин.

Шаршамбыға барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе тәртипкә килтереүегеҙҙе һорайым. Мин уларҙы ҡарармын да бойороҡҡа ҡул ҡуйырмын», — тине Радий Хәбиров, үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға мөрәжәғәт итеп.

Автор:
Читайте нас: