Новости
13 Ғинуар 2024, 06:25

Ололарҙың аҡсаһын алдап алыусы тотолдо

Инәй тиҙ генә 200 мең һум аҡса йыя ла, ҡыҙын "ҡотҡарыу" өсөн был аҡсаны фатирына килгән егеткә биреп ебәрә. Ошондай уҡ ғариза менән 87 йәштәге олатай ҙа мөрәжәғәт итә. Ул да балаһын "ҡотҡарыу" өсөн 235 мең һум аҡсаһын биреп ебәрә...

9 ғинуарҙа Өфө полицияһына "яҡындарығыҙ аварияға эләкте" тип мутлашыусылар шылтыратыуы тураһындағы ғаризалар килә.

85 йәштәге инәйгә бер ир хоҡуҡ һаҡсыһы булып шылтырата.  Уның ҡыҙы авария эшләүе, һөҙөмтәлә бер ҡатындың ныҡ йәрәхәтләнеүе, уны ҡотҡарыу өсөн аҡса кәрәклеге тураһында белдерә. Инәй тиҙ генә 200 мең һум аҡса йыя ла, ҡыҙын "ҡотҡарыу" өсөн был аҡсаны фатирына килгән егеткә биреп ебәрә. 

Ошондай уҡ ғариза менән 87 йәштәге олатай ҙа мөрәжәғәт итә. Ул да балаһын "ҡотҡарыу" өсөн 235 мең һум аҡсаһын биреп ебәрә. 

Хоҡуҡ һаҡсылары йорттарҙа торған видеокамераларҙан ҡарап, 22 йәштәге егетте туҡтата. Ул баш ҡаланың колледжында уҡый. Аҡса эшләү тураһында мәғлүмәтте интернеттан таба. Уға аҡсаны ҡайҙан барып алырға һәм ниндәй иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында яҙып ебәрәләр. Был "эше" өсөн уға аҡса түләнә. Хөкөм ҡарарынан һуң был егеткә улар күргән зыянды ҡапларға тура киләсәктер. 

Был ике факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

БР Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас