Новости
11 Ғинуар 2024, 12:34

Йәйғор ҡалҡты

Бөгөн республика халҡы үҙенсәлекле күренешкә юлыҡты. Ҡояш балҡып, үҙен яҡты нур менән кәрәтәләп алған кеүек булды. Уны ҡышҡы йәйғор тиҙәр. Һирәк осраған күренешкә ҡыуанырғамы әллә уйға ҡалырғамы?  Синоптиктар әйтеүенсә, ҡыш бындай йәйғор барлыҡҡа килһен өсөн өс состав кәрәк. Уның беренсеһе әсе һыуыҡтар, икенсеһе - дымдың юғары булыуы һәм, өсөнсөһө, сағыу ҡояш. Ғәҙәттә, бындай күренештән һуң һауа торошо үҙгәрә. Ул дауыл булыуы ихтимал, һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе лә бар.  

Йәйғор ҡалҡтыЙәйғор ҡалҡты
Йәйғор ҡалҡты

Бөгөн республика халҡы үҙенсәлекле күренешкә юлыҡты. Ҡояш балҡып, үҙен яҡты нур менән кәрәтәләп алған кеүек булды. Уны ҡышҡы йәйғор тиҙәр. Һирәк осраған күренешкә ҡыуанырғамы әллә уйға ҡалырғамы? 

Синоптиктар әйтеүенсә, ҡыш бындай йәйғор барлыҡҡа килһен өсөн өс состав кәрәк. Уның беренсеһе әсе һыуыҡтар, икенсеһе - дымдың юғары булыуы һәм, өсөнсөһө, сағыу ҡояш. Ғәҙәттә, бындай күренештән һуң һауа торошо үҙгәрә. Ул дауыл булыуы ихтимал, һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе лә бар.

Халыҡ календарына күҙ һалайыҡ. Бөгөн ул "Ҡурҡыныс көн" тип билдәләнгән. Был кистә, бигерәк тә, ҡара көстәр ярһый. Уларҙан доғалар ярҙамында ҡотолорға кәңәш ителә. Тәбиғәткә килгәндә, төньяҡтан ел иҫһә, күктә болоттар булмаһа, тиҙҙән һыуыҡтар башланасаҡ, тиҙәр.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас