2024 йыл – Аждаһа йылы. Уны иҫкә төшөргәс тә беҙгә бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙең һөйләгәнен ишетеп үҫкән, тылсымлы китаптарҙан таныш булған тирә-яғына утлы ялҡын сәскән өс башлы аждаһа күҙ алдына килеп баҫа. Киләһе йыл беҙҙе ниндәй Аждаһа көтә? Ғөмүмән, кем ул – Аждаһа? Башҡа йыл хужаларынан нимәһе менән айырыла? Ҡыш бабайҙың мөғжизәһенә ышанаһығыҙмы? Яңы йылды ниндәй традициялар менән ҡаршы алаһығыҙ? Ошо һорауҙар менән беҙ “аждаһалар”ға мөрәжәғәт иттек.
Нурия Күсәбаева, Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың 5-се класс уҡыусыһы, 2012 йылда тыуған:
- Мин беренсе тапҡыр үҙ йылымды ҡаршы алам. Ниндәйҙер мөғжизә булыр һымаҡ тойғолар кисерәм. Шуға ла Аждаһа йылы яҡшы булыр, тип уйлайым. Айырыуса тап ошо йылда тыуғандар өсөн.
- “Аждаһалар” аралашыусан, ҡыйыу, татыу, әүҙем, берҙәм кешеләр. Улар ижади кешеләр булыуҙары менән айырыла.
- Ҡыш бабайҙың мөғжизәләренә ышанам, әлбиттә.
- Яңы йылды йыл һайын Таулыҡайҙа өләсәйемдәрҙә ҡаршы алабыҙ. Бер-беребеҙгә бүләктәр бирешәбеҙ. Тағы ла беҙ, өләсәйҙең ейәнсәрҙәре, Яңы йылдан бер-ике аҙна алда “Тайный Санта" уйнайбыҙ. Уйында ҡатнашыусы исемен күрһәтеп, үҙе алырға теләгән бүләктәрҙе яҙып сыға. Йәрәбә тартып, кем кемгә эләккәнен билдәләйбеҙ һәм исемлектә күрһәтелгәндең берәүһен генә әҙерләйбеҙ. Яңы йылда иһә уға бүләген тапшырып, хыялын тормошҡа ашырабыҙ.