+21 °С
Болотло
Бөгөн төндә Башҡортостан Республикаһы буйынса өс янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән: Мәсәғүт һәм Дыуан райондарында һәм өсөнсөһө Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында. Ҙур гаражға төкөтөп һалынған келәттә ут сыға. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала утты һүндереүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1982 йылғы ир кешенең кәүҙәһенә юлығалар. Тәүге күҙаллау буйынса, ут мейестең төҙөк булмауы сәбәпле сыҡҡан, тип фаразлайҙар.