Новости
12 Декабрь 2023, 14:10

Фирүзә апай - яратҡан шағирәбеҙ

Ғүмеремдең төрлө сағы булды, Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым, Көн менән төн алмашҡаны булды – Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.   Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым! Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем! Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың, Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем...

Фирүзә апай - яратҡан шағирәбеҙФирүзә апай - яратҡан шағирәбеҙ
Фирүзә апай - яратҡан шағирәбеҙ

Танылған шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Абдуллина «Әсәйем һабаҡтары» исемле сираттағы шиғырҙар йыйынтығын сығарҙы. Яңы китаптың исем туйы 14 декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда була. Сарала республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы факультетын тамамлаған, 35 йыл мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

Мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙған ҡыҙ юғары уҡыу йортонда уҡығанда ла «Ашҡаҙар» ижади түңәрәгендә шөғөлләнгән, радиола сығыш яһаған, уның шиғырҙары 1982 һәм 1984 йылдарҙа баҫылған «Йәш көстәр» йыйынтыҡтарына ингән. Фирүзә Абдуллинаның «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ғәжәп донъя» төркөмө бар.

Шағирәнең 2015 йылда «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!», шулай уҡ «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!» исемле китаптары донъя күрҙе. «Ихлас күңелдән!» тигән йыйынтығы 2016 йылда Сибай ҡала типографияһында баҫылып сыҡты, һуңынан уның тағы бер нисә китабы нәшер ителде.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары республика гәзит-журналдарында даими баҫыла, уның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән. Был йырҙар радиола һәм телевидениела ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ошондай конкурстарҙың һөҙөмтәләре буйынса Фирүзә Абдуллина 2020 йылда «Йыл шағиры» исеменә лайыҡ булды. Уның шиғырҙарын халыҡ бик яратып уҡый.

2021 йылдың февралендә Фирүзә Абдуллина 60 йәшен билдәләне. Ул саҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова юбилярға бына шундай ҡотлау ебәргән: «Халыҡ шағиры булараҡ Һеҙ башҡорт әҙәбиәте тарихына сағыу биттәр яҙҙығыҙ. Ижадығыҙҙа башҡорт халҡының күңелен тәрән аңлау уҡыусыларҙа һәр ваҡыт һоҡланыу уятыр».

Әйтеп үтергә кәрәк, әсә телендә китаптар баҫтырыу, ошо йүнәлештә эшләгән авторҙарҙы күтәреү - "Мәҙәниәт" милли проектына ла индерелгән. Сөнки был илебеҙҙең киләсәге өсөн бик тә мөһим. 

Ғаиләм – ҡәлғәм.


Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!


Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!


Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!


Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!


Рәхмәт


Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.


Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.


…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.


Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.


Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.


Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй, Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!
 
Фирүзә Абдуллина. 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас