Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында оло йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге асылды. Ул РФ-тың пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәнең Баймаҡ ҡалаһы һәм районының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бинаһында урынлашты. Тантанаға РФ-тың пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә идарасыһы Фәнил Вәхитов та ҡатнашты.
Рәсәй пенсия һәм социаль страховкаһы фондының был пилот проекты күптән түгел илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә эшләй башланы. Был оло йәштәгеләрҙең буш ваҡытын ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Ошо тәңгәлдә РФ-тың пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Баймаҡ районының ветерандар советы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Автор фотолары.