Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала районда 169 хәл-ваҡиға булған, шуның 14-е криминаль характерға эйә. Шулай уҡ урлыҡ, кеше туҡмау осраҡтары теркәлгән. Мутлашыусылар әүҙемләште. Сит өлкәгә вахта ысулы менән йөрөп эшләргә теләгән өс ҡатын уларҙың тоҙағына эләккән. Юлға билет алырға кәрәк, тигәнгә ышанып, береһе - 17 мең һум, икенсеһе - 27 мең һум, өсөнсөһө 35 мең һум аҡса күсергән. Займ һәм кредит алып түләмәгән кешегә ҡарата дәғүә ғаризаһы бирелгән. Ҡуянтау ауылындағы бер магазинда законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлек менән һатыу иткәндәр. Баймаҡта наркотик ҡулланған һәм уның менән һатыу итеүсе тотолған. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Сибай урмансылығында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан осраҡ теркәлгән. Баймаҡта балиғ булмаған бала машина аҫтында ҡалған. Ҡатын иренә бысаҡ менән сәнскән осраҡ теркәлгән. Ата-әсәлек бурысын үтәмәгән ғаиләнең балалары ваҡытлыса тартып алынған. Баймаҡ — Сибай трассаһында ат менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Малдың хужаһы асыҡланған. "Бәйләнештә" социаль селтәре аша курткаһын һатырға теләгән берәү мутлашыусыға эләгә. Ул һөйләшелгән суммаға ҡарағанда яңылыш артыҡ аҡса ебәреүе хаҡында хәбәр итә. Куртка хужаһы уның һүҙенә ышанып, картаһында булған аҡсаһын күсерә. Һөҙөмтәлә ул курткаһын да һата алмай, аҡсаһыҙ ҙа ҡала.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 181 осраҡ теркәлгән. 4 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 9 водитель тотолған, шуларҙың икәүһе ҡайтанан эләккән.