Новости
24 Октябрь 2023, 09:47

Тыуған еребеҙ ҡото – әсәләр

Күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Тыуған еребеҙ ҡото – әсәләрТыуған еребеҙ ҡото – әсәләр
Тыуған еребеҙ ҡото – әсәләр

Республика Башлығы Радий хәбировтың “Күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү тураһында”ғы Указына ярашлы, Башҡортостандың иң-иң әсәйҙәре ошо наградаға лайыҡ булды. Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында иң күбе Баймаҡ районы ҡатындары: Гүзәл Азаматова, Римма Ғәбитова, Есения Ғиззәтуллина, Римма Көмөшбаева, Венера Сәйетбатталова, Әлфиә Такалова, Зилә Үтәбаева, Гөлзирә Хәмитова, Зөлфиә хәсәнова, Альбина Хисмәтуллина. 

Бәхетле әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тәбрикләне. “Һеҙҙең тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫтереүегеҙ, күркәм ғаилә усағын ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ күптәргә өлгө. Йортоғоҙҙа һәр саҡ балаларығыҙҙың шат тауыштары яңғыраһын, ҡыуаныста ғына йәшәгеҙ”, – тине Фәнис Ғәбдрәшит улы. 

Тантанаға әсәләр тормош иптәштәре, балалары менән килгән ине. Уларҙың шат, бәхетле тауыштары киләсәккә өмөт һәм ышаныс булып яңғыраны.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Е. БАСТАНОВА фотоһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас