Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Октябрь 2023, 11:15

Шайморатовсыларға “Донбасс розаһы” тапшырылды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ район етәкселегенең һәм халҡының иғтибарынан бер мәлгә лә ситтә ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, алдан хәбәр итеп ир-егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Баймаҡтарҙың төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләүе, кешеләрҙең яҡындарына шәхси посылкалар ҙа ебәреүен иҫәпкә алып, Өфөнән махсус йөк машинаһы ебәрелде. Беҙҙең ярҙамды район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе оҙатып барҙы. Шулай уҡ ошо ылау менән барып ҡайтҡан район мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:  

Шайморатовсыларға  “Донбасс розаһы” тапшырылдыШайморатовсыларға  “Донбасс розаһы” тапшырылды
Шайморатовсыларға “Донбасс розаһы” тапшырылды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ район етәкселегенең һәм халҡының иғтибарынан бер мәлгә лә ситтә ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, алдан хәбәр итеп ир-егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Баймаҡтарҙың төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләүе, кешеләрҙең яҡындарына шәхси посылкалар ҙа ебәреүен иҫәпкә алып, Өфөнән махсус йөк машинаһы ебәрелде. Беҙҙең ярҙамды район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе оҙатып барҙы. Шулай уҡ ошо ылау менән барып ҡайтҡан район мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Беҙ Фәнис Ғәбдрәшит улы менән бындай ярҙамды беренсе тапҡыр оҙатып бармайбыҙ. Шуға күрә ул яҡтарҙа булған ыңғай үҙгәрештәр шунда уҡ күҙгә ташлана. Мәҫәлән, шартлауҙарҙан юҡҡа сыҡҡан юлдарҙы ремонтлау бара. Уны беҙҙең республиканың юл- сылары эшләй. Араларында Баймаҡ эшселәре лә бар. Беҙҙе күреп бик һө- йөндөләр. Шефлыҡҡа алған мәктәп һәм балалар баҡ- саһында ла булдыҡ. Улар беҙҙән килгән ярҙамды күҙ йәштәре менән ҡабул итте. Сөнки кескәйҙәргә китаптар, буяҡтар, дәфтәр-альбомдар – барыһы ла кәрәк. Яугирҙәргә килгәндә, сираттағы мәртәбә һоҡланып ҡайттыҡ. Уларҙың кәйефе көр, ә инде беҙҙән килгән ярҙамды күргәс, ҡыуаныстарының сиге булманы. “Өйҙән килгән тәмлекәстәр һәм өй йылыһы”, – ти улар күстәнәстәрҙе. Бы- нан тыш төҙөлөш ҡорамал- дары, төрлө техник сара- лар, УАЗ машинаһы һ.б. алып барып тапшырҙыҡ. Яугирҙәребеҙ бар баймаҡ- тарға ҡайнар сәләмен һәм сикһеҙ рәхмәтен еткерергә ҡушты. Етәкселәр менән үткә- релгән кәңәшмәлә район башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ- гә сираттағы ярҙам әҙер- ләнә башлаясағын белдер- ҙе. “Әлбиттә, беҙ егеттәр- ҙең ихтыяжынан сығып эш итәбеҙ. Уларға нимә кәрәк, шуның менән ярҙам итер- гә тырышабыҙ. Хәҙер ҡыш яҡынлаша, йылылыҡ өсөн әйберҙәр ҙә кәрәк була- саҡ. Яугирҙәр менән һөй- ләшеп торам. Улар үҙ те- ләктәрен еткерә. Бынан тыш халыҡ бик әүҙем. Һәр кем хәленән килгән тиклем ярҙам күрһәтергә ынтылып тора”, – тине. Район етәксеһенең был сәфәрҙән алып ҡайтҡан бү- ләге күптәрҙе уйға һалды, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, яугирҙәребеҙҙең ниндәй мөһим эш башҡа- рыуын күрһәтте. “Донбасс розаһы” тип аталған ста- туэтка ул. Уны Донецк оҫ- таһы Виктор Михалев эш- ләй. Һөнәре буйынса ире- теп йәбештереүсе булған Виктор Петровичтың снаряд ярсыҡтары, гильзаларҙан эшләгән әйберҙәре бар ер йөҙөндә танылыу алған. “Ро- заларҙы ғына миллиондан ашыу эшләнем, – ти ул.

– Һуғыш ҡасан да булһа бө- төр, ә ер шарында йәшәгән кешеләр минең ошо эштә- ремә ҡарап тыныс күк йө- ҙөнөң ҡәҙерен белергә өйрәнер”. Район хакимиәте баш- лығы Фәнис Әминев “Донбасс розаһы” статуэткаһын тантаналы шарттарҙа Бай- маҡ лицей-интернатының шайморатовсылар класына тапшырҙы. Был көндө илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән балаларҙың сафы тағы ла артты. Ә “Донбасс розаһы” лицей-интернаттың музейында ҡәҙерләп һаҡланасаҡ. Уны үҙ ҡулына алған балаларыбыҙ илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫер, һәр саҡ ил һағына әҙер булыр, тип ышанабыҙ.

Гүзәл САЛИХОВА. 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас