Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Октябрь 2023, 11:14

Башҡортостанда "Урман" операцияһына йомғаҡ яһалды

202 берлектәге рейдтар барышында 206 хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиле, 357 урман һаҡлау инспекторы, Гостехнадзорҙың территориаль подразделениеларының 47 вазифалы кешеһе һәм 5 йәмәғәт урман һаҡлау инспекторы йәлеп ителде.   

Башҡортостанда "Урман" операцияһына йомғаҡ яһалдыБашҡортостанда "Урман" операцияһына йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда "Урман" операцияһына йомғаҡ яһалды

2023 йылдың 18 сентябренән 8 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһында "Урман" оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә. Был сара, шул иҫәптән, "Экология" милли проектының "Урманды һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.

202 берлектәге рейдтар барышында 206 хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиле, 357 урман һаҡлау инспекторы, Гостехнадзорҙың территориаль подразделениеларының 47 вазифалы кешеһе һәм 5 йәмәғәт урман һаҡлау инспекторы йәлеп ителде. 

Дөйөм күләмдә 2,2 мең кубометрҙан ашыу ағас ташыған 204 берәмек автотранспорт техникаһы тикшерелгән. Урман ҡануниәте талаптарын боҙоп, 95 кубометрҙан ашыу ағас ташыған 9 автотранспорт тотолған. Дөйөм күләме 567,69 кубометрлыҡ 63 законһыҙ урман ҡырҡыу осрағы асыҡланған. 21 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Законһыҙ ҡырҡыуҙарҙан урман фондына килтерелгән зыян суммаһы 12,5 миллион һум тәшкил иткән.

"Урман" оператив-иҫкәртеү операцияһы урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән урман ултыртылған урындарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы туҡтатыу һәм иҫкәртеү һәм урман фонды территорияһында ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

 
Сығанаҡ: СРК  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас