

- Бында мин студенттарым менән килдем. Студсовет эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерергә теләгем бар. Студенттарҙы ирекмәнлек эшмәкәрлегенә нығыраҡ йәлеп итеп, яңы ысулдар ҡулланырға ниәтләнәм. Белемемде камиллаштыра алырмын, тип ышанам, - тип Нурзилә һөйләне.
Мәғлүмәт өсөн
Бөрйән районында Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2023» йәштәр гражданлыҡ форумы үтә, унда Башҡортостан, Волга буйы федераль округы йәштәре, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Удмурт Республикаһында, Татарстан Республикаһында, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында белем алыусы Башҡортостан кешеләре, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. Форум палаткалы лагерь форматында үтә.