

Икенсе Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына яугирҙар йыйыу тураһында иғлан иткәндән һуң республикала йөҙҙән ашыу кеше теркәлгән.
Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренсә, ғариза бирергә теләүселәр көндән-көн арта.
Бөтә төбәк буйынса филиалдар булдырыла, ошо көндәрҙә Туймазыла Островский урамы, 52 адресы буйынса батальонға саҡырыу буйынса йәмәғәт штабы бүлексәһе асылды (6-сы кабинет).
Бында 50 йәшкә тиклемге яҡшы физик формала булған ир-егеттәрҙе ҡабул итәләр, айырым осраҡтарҙа өлкәндәр ҙә ҡарала. Бынан тыш, бында ашнаҡсылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да ғаризаларын ҡарайҙар.
Яңы батальон хәрбиҙәре республиканан ярҙам сараларының тулы пакетын аласаҡ — хәрби яраштырыуҙы үткәндә хәрбиҙәр 90-100 мең һум, СВО зонаһында — Рәсәй Гвардияһынан 240 мең һум һәм республиканан 200 мең һум аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Бынан тыш, уларға тәүлегенә ике мең һум аҡса бүленә.
Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса +7 (987) 023-76-00 телефоны буйынса танышырға мөмкин.