Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2023, 10:05

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Владимир Путин менән Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Сирил Рамафоза телефон аша тап ошо турала һөйләште.

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк
Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты яңыраҡ Санкт-Петербургта үткән Рәсәй-Африка саммиты йомғаҡтарына ыңғай баһа бирҙе, улар, һис шикһеҙ, Рәсәйҙең Африка илдәре менән хеҙмәттәшлеген артабан нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

29 июлдә Владимир Путин менән Сирил Рамафозаның осрашыуҙы дауам итеп, Рәсәй менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция бәйләнештәрен нығытыуға баҫым яһап, ғәмәли хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

23-24 августа Йоханнесбургта үтәсәк БРИКС саммитына әҙерлекте индереп, көнүҙәк халыҡ-ара көн тәртибендә үҙ-ара артабан конструктив эш итеүгә ике яҡлы ҡараш сағылдырылған.

 

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: