Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2023, 10:45

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды!

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды! Ошо минуттарҙа Баймаҡ районының йәмле Граф буйында күптән көткән ҙур байрам тантаналы шарттарҙа рәсми рәүештә асыҡ, тип иғлан ителде. БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Азамат Абдрахманов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, "Ирәндек" фонды рәйесе Айнур Ишмөхәмәтов байрам сәхнәһенән барыһында сәләмләп, эшлекле осрашыуҙар теләне. Фестивалдә райондан, республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ундан ашыу сит илдән ҡунаҡтар ҡатнаша. Ике көн барасаҡ фестивалдең программаһы бай. Халыҡ кәсептәре, халыҡ уйындары, күргәҙмәләр, башҡорт атын популярлаштырыу фәнни-ғәмәли конференция һәм башҡа саралар ҡаралған. Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә башҡорт аты берләштерә!

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды!
"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды!

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды!
Ошо минуттарҙа Баймаҡ районының йәмле Граф буйында күптән көткән ҙур байрам тантаналы шарттарҙа рәсми рәүештә асыҡ, тип иғлан ителде. БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Азамат Абдрахманов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, "Ирәндек" фонды рәйесе Айнур Ишмөхәмәтов байрам сәхнәһенән барыһында сәләмләп, эшлекле осрашыуҙар теләне. Фестивалдә райондан, республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ундан ашыу сит илдән ҡунаҡтар ҡатнаша. Ике көн барасаҡ фестивалдең программаһы бай. Халыҡ кәсептәре, халыҡ уйындары, күргәҙмәләр, башҡорт атын популярлаштырыу фәнни-ғәмәли конференция һәм башҡа саралар ҡаралған.
Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә башҡорт аты берләштерә!

Лилиә Таҡаева. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: