Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Август 2023, 06:29

Төҙөлөш тармағы үҫешһен өсөн

Кремлдә Владимир Путин төҙөлөш тармағын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Төҙөлөш тармағы үҫешһен өсөнТөҙөлөш тармағы үҫешһен өсөн
Төҙөлөш тармағы үҫешһен өсөн

Кремлдә Владимир Путин төҙөлөш тармағын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Шәкирйән улы Хөснуллин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Максим Станиславович Орешкин, Рәсәй Федерацияһы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Әнүәр улы Фәйзуллин, «Автобан» ағас-төҙөлөш компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Владимирович Андреев, «БТС-Мост» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Руслан Сулимович Байсаров, «Страна Девелопмент» компанияһы президенты Александр Олегович Гайдуков, «Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе» ассоциацияһы президенты (НОСТРОЙ) Антон Николаевич Глушков, «А.Ф.Дериглазов исемендәге ҙур панелле йорттар төҙөү заводы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Анатольевич Дериглазов, «Донстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алёна Викторовна ДЕРЯБИНА,  «С-девелопмент»тың генераль директоры Павел Александрович Карнаух, «Нацпроектстрой» компаниялар төркөмө» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Андреевич КРАПИВИН, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» ППК-ның генераль директоры Карен Гаспарович Оганесян, «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петрович Петушенко ҡатнашты. 

Путин кәңәшмәне: "Уҙған аҙнала бында иҡтисадтың эшкәртеү тармаҡтарында эшләгән предприятие етәкселәре менән осраштыҡ. Минең ҡарашҡа, осрашыу һөҙөмтәле үтте һәм файҙалы үтте. Бында осрашыуға килгәндәр өсөн дә, шулай уҡ минең өсөн дә, минең коллегаларым өсөн дә бик һөҙөмтәле. Күрешеп һөйләшеүгә ни етә! Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе лә тыңларбыҙ", -- тип башланы.

Килгәндәрҙең барыһын да тыңлап бөткәндән һуң ил башлығы башлаған эштәрҙе киләһе йылда ла дауам итергә кәңәш итте. Килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итергә вәғәҙә бирҙе һәм барлыҡ төҙөүселәрҙе етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас