

“Еңеү поезы” - донъялағы тәүге күсмә музей. Ул Рәсәй буйлап сәйәхәткә 2020 йылда Мәскәүҙән сыҡҡан. Ошо ваҡыт эсендә ул Ҡырымдан Владивостокка тиклем бөтә илде бер нисә тапҡыр үткән. Ҡара диңгеҙҙә
һәм Тымыҡ океанда, “Көнсығыш” космодромында булғандар, Транссебер магистрален үткәндәр. 140-тан ашыу ҡала һәм 19 республикала булғандар. Төп маҡсат - күргәҙмәне бөтә Рәсәй халҡына күрһәтеү. Һәр кем ҙур музейҙарға бара алмағанға, илебеҙҙең бөтә ҡалаларына ла инеп сығырға тырышалар.
“Еңеү поезы” уникаль комплексты булдырыу идеяһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ҡарай. Рәсәй тимер юлдары вагон составын бирә, видеоконтентты “Ҡыҙыл квадрат” медиатөркөмө булдыра, ә музейҙың үҙен “Невский баталист” ижади оҫтаханаһы әҙерләй.
- Поезд күп хис-тойғолар уята. Күп осраҡта беҙ мәктәптәр, кадеттар, төрлө социаль төркөмдәр менән эшләйбеҙ. Беҙҙең составтан күптәре уйсанланып, күҙҙәре йәшләнеп сыға, балалар Бөйөк Ватан һуғышының уларҙың ғаиләһе менән нисек бәйле, ғаиләләрендә кемдең герой булыуын ата-әсәһенән һораша, уҡытыусыларҙан һуғыштың мөһим осорҙары тураһында ҡыҙыҡһына, - ти ойоштороусылар.