Новости
8 Август 2023, 07:15

"Башҡорт аты"на - юғары әҙерлек

Тыуған еребеҙҙә халыҡ-ара фестивалде ҡабул итеүгә ныҡлы эштәр алып барыла... 

"Башҡорт аты"на - юғары әҙерлек"Башҡорт аты"на - юғары әҙерлек
"Башҡорт аты"на - юғары әҙерлек

Хәҙер инде бар республиканы ғына түгел, ә илебеҙҙе һәм донъяны шаулатҡан "Башҡорт аты" халыҡ-ара ат фестивале көнө яҡынлаша. Был беҙҙең күңәлдәрҙә айырыуса ҙур тулҡынланыу тойғоларын уята. Сөнки байрамды бит беҙ - баймаҡтар ҡабул итәбеҙ.

Шуға күрә бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев аҙналыҡ оператив кәңәшмәне "Башҡорт аты" фестивале үтәсәк урында үткәрҙе. Кәңәшмәлә бар ойошма-учреждениеларҙың етәкселәре ҡатнашты.

Фәнис Ғәбдрәшит улы фестивалгә әҙерлек барышы буйынса мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Был йәһәттән яҡшы эшләгән етәкселәргә эште ойошторған өсөн рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ фестиваль барышында бик тә кәрәкле булған медицина, янғын һүндереү, электр хеҙмәттәре, ирекмәндәргә айырым туҡталды. Район башлығы һәр етәксенең ниндәй мәсьәлә өсөн яуаплы икәнлеген тағы берҙе әйтеп үтте.

Ҡала буйлап өмәләр дауам итә. Унда һәр ойошма хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша. 

"Ҡунаҡ килһә - өйөңдө йыйыштыр", тип юҡҡа әйтелмәгән халыҡ әйтемендә. Район-ҡалабыҙҙы ҡунаҡтарға тик яҡшы яҡтан күрһәтәйек. Һоҡланып ҡайтһындар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас