

Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин буласаҡ. Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле
- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша – Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле
- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле.
Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм эстафеталар ойоштороласаҡ.
Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк.
коллаж. Д. Фадеев.