Новости
5 Август 2023, 12:50

Рейдтар дауам итә

Владимир Севастьянов граждандарҙы юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар тураһында 8(347)279-32-92 "Ышаныс телефоны"на мөрәжәғәт итергә саҡырҙы...

Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов үҙенең Телеграм каналында республика юлдарында рейдар дауам итеүе хаҡында белдерҙе. "Фажиғәләр булмаһын өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ уяу", ти ул.

- Бөгөнгө рейд барышында иҫерек килеш руль артына ултиырған 68 кеше туҡтатылды. Шуларҙың 4-һе водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булһа ла, руль артына тағы ла эсеп ултырған. 

Барыһы ла 1,8 меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән. Шуларҙың 12-һе водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән водителдәр. 62 водитель ҡаршы полосаға сыҡҡан, 50-һе балаларҙы тейешле креслоға ултыртмай йөрөгән. Бар хоҡуҡ боҙоусыларға протоколдар төҙөлдө.

Владимир Севастьянов граждандарҙы юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар тураһында 8(347)279-32-92 "Ышаныс телефоны"на мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас