Новости
12 Июль 2023, 09:45

Йәйен малайҙы һыуға һөйрәгән

Ҙур йәйен үҫмерҙе йылға төбөнә һөйрәп алып китә яҙған. Малайҙы кешеләрҙең күплеге ҡотҡарып ҡалған. Уның аяғы яраланған. Кемдер йәйенде тоторға, кемдер был йылғаға бөтөнләй бармаҫҡа саҡыра...

Йәйен малайҙы һыуға һөйрәгәнЙәйен малайҙы һыуға һөйрәгән
Йәйен малайҙы һыуға һөйрәгән

Әй йылғаһындағы был хәлде кешеләр оҙаҡ онотмаясаҡ әле. Һыуҙа йөрөп йөрөгән малайҙы балыҡ аяғынан эләктереп ала һәм тәрәнгә һөйрәй башлай.

Балыҡсылар быны пляжда кешенең күплеге, кәмәләрҙең йөрөүе ҙур балыҡты ҡуҙғытыуы хаҡында белдерә.

Ә социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыу бәхәс башланды. Кемдер йәйенде тоторға, кемдер был йылғаға бөтөнләй бармаҫҡа саҡыра. Йәйендең кешене ашамауы тураһында, әммә барыбер һаҡ булырға кәрәклеге тураһында кәрәклеген белдереүселәр ҙә бар.

Бына шулай. Тәбиғәттең мөғжизәләре күп ул! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас