+24 °С
Ямғыр


Республикала көндәр үтә эҫе тора. Был йәһәттән Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров та халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, ут менән үтә һаҡ булырға саҡырғайны.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил районының Хәмит ауылында йорттар яна. Бер өйҙә сыҡҡан янғын кинәт кенә күрше-тирәгә күсә. Урында зыян күреүселәр әйтеүенсә, ут 4 йортто ялмап алған. Янғынды һүндереү өсөн бар көстәр йәлеп ителгән.Янғындың сәбәбе асыҡлана, кемдер уны электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуынан сыҡҡан тип тә фаразлай.