

2 июлдә БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Сибай ҡалаһындағы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядының водолаз төркөмө Йылайыр эске эштәр бүлегенең мөрәжәғәте буйынса Йылайыр районында булды. Ҡотҡарыусылар Дмитриевка ауылы янындағы быуала батҡан 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһен табып, хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырған.
Ял һәм байрам көндәре етеү менән күптәр һыу буйына ял итергә ашыға. Шуға күрә БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды (Сибай ҡалаһы) һәм БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары түбәндәгеләрҙе үтәргә кәңәш итә:
- һыу инеү өсөн йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- иҫерткес эсемлек эскән килеш һыу инмәҫкә;
- текә ярҙан, бейек урындан һыуға һикермәҫкә.