+24 °С
Ямғыр
Өфө оҫта ҡулдары эшләгән «Дуҫлыҡ келәмен»дә Башҡортостандың мәҙәни коды йәшеренгән.
Келәм бик күп ҡорамаларҙан яһалған. Келәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡорт, рус, белорус, татар, украин, удмурт, мари, мордва, мишәр, немец, сыуаш һәм латыштарҙың традицион биҙәктәрен сағылдыра. Ул урындағы оҫталар, Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йортоноң, "Ағиҙел" учреждениеһының хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән эшләгән. Келәм Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х Форумында «Дуҫлыҡ тирмәһен» биҙәйәсәк. «Дуҫлыҡ келәме» тураһында Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат секретары Рәзилә Рәхмәдова хәбәр итте.