

Хәрби контракт төҙөргә теләйем
Һорау – яуап
- Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләйем. Миңә ниндәй документтар әҙерләргә кәрәк? Үҙем Баймаҡтан булһам да, Өфөгә йөрөп эшләйем.
Һеҙгә түбәндәге документтарҙы әҙерләргә кәрәк:
- фото 9х12 (1 дана), фото 3х4 (4 дана);
- ике данала автобиография (яҙма һәм баҫма төрҙә);
- белемен раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
- эш урынынан хеҙмәт характеристикаһы;
-кандидаттың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһе;
- никах, никахты тарҡатыу һәм бала тыуыу тураһындағы
таныҡлыҡтарҙың (булған осраҡта) күсермәһе;
- участка полиция хеҙмәткәренән характеристика;
- паспорт күсермәһе (яҙыу булған бөтә биттәре);
- хәрби билет күсермәһе (яҙыу булған барлыҡ биттәре);
- хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе (яҙмалары булған бөтә биттәре);
- ИНН күсермәһе;
- банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ МИР түләү системаһы булырға тейеш)
Контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була:
Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63.
Шулай Баймаҡ ҡалаһында “Семья” сауҙа үҙәге алдында махсус палатка ҡуйылған. Унда ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бынан тыш Баймаҡ хәрби комиссариаты ла бар һорауҙарығыҙға яуап бирер: 3-10-94, 3-16-11.