Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2023, 16:09

Башҡортостан проекттары финалға сыҡты

Мәскәүҙә Әүҙем оҙон ғүмерлелек тәжрибәләрен өсөнсө Бөтә Рәсәй һайлап алыу тәжрибәһе еңеүселәрен һәм финалға сыҡҡандарын иғлан иттеләр.

Башҡортостан проекттары финалға сыҡты
Башҡортостан проекттары финалға сыҡты
Башҡортостандан ике проект финалға сыҡты һәм илдең бөтә төбәктәрендә таратырға тәҡдим ителде. Был эштәр «Демография» милли проекты сиктәрендә һайлап алында. Өфө районы биләмәһендә тормошҡа ашырылған «Оҙон ғүмер юлы» проекты финалға сыҡты. Проектҡа ярашлы оло йәштәгеләр буш ваҡытын һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрә ала. Шулай уҡ Дүртөйлө районының «Изге ай» татар фольклор халыҡ ансамбле» тәжрибәһе лә финалға үтте. Ансамбль ағзалары театр-концерт программалары әҙерләй, байрамдарҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә һәм район халҡы алдында сығыш яһай. Коллективтың төп составында өлкән йәштәгеләр йөрөй, ә әҙерлек төркөмөн 17 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары тәшкил итә.
 
Конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың проекттары «Әүҙем оҙон ғүмерлелек 2022» китабына индерелгән. Быларға проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн ярҙам күрһәтеләсәк, шулай уҡ яҡшы реклама яһала.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: