Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2023, 21:14

Остазын иҫкә алдылар

Бөгөн Урал аръяғы агроколледжының студенттары Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Әғзәм улы Тажетдиновты хәтергә алып үтте. 

Сарала мәғариф ветераны Борис Хәйретдинов та ҡатнашты. Ул үҙенең остазы булған Азамат Әғзәм улы менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. 

Тәрбиә эштәре буйынса колледж директоры урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова студенттарҙы Азамат Тажетдиновтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Уның балалары тураһында ла һөйләп ишеттерҙе. Әйткәндәй, улдарының береһе Наил Азамат улы ошо колледжда уҡытыусы булып эшләгән булған. 

Беҙ үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙҙе онотмай хәтергә алып торорға тейешбеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: