Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2023, 11:10

Нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан республика халҡының 2023 йылдың июнендә нисек ял итәсәген хәбәр иттеләр. Быйыл йәйҙең тәүге айында Башҡортостанда Рәсәй көнөнән тыш, Ҡорбан байрамы билдәләнә...

Нисек ял итәбеҙ?
Нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан республика халҡының 2023 йылдың июнендә нисек ял итәсәген хәбәр иттеләр.

Быйыл йәйҙең тәүге айында Башҡортостанда Рәсәй көнөнән тыш, Ҡорбан байрамы билдәләнә.

2023 йылда йыл һайын 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө дүшәмбегә тура килә. Шуға күрә рәсәйҙәр шәмбе, 10 июндән алып дүшәмбе, 12 июнгә тиклем өс көн ял итә. 9 июндә эш көнө ҡыҫҡармай.

28 июндә иһә мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы. Быйыл ул шаршамбыға тура килгәс, Башҡортостан халҡы ошо көндә генә ял итә. Ләкин шишәмбе, 27 июндә, уларҙы ҡыҫҡа эш көнө көтә.

«Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй», - тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: