Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Май 2023, 05:40

Ямғыр яуырмы?

Башҡортостанда ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ...

Ямғыр яуырмы?Ямғыр яуырмы?
Ямғыр яуырмы?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Бөгөн, 4 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Республиканың төньяҡ өлөшөндә генә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.

Йома, 5 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, урыны менән +3, +8°, көндөҙ+20, +25°.

Шәмбе, 6 майҙа, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, урыны менән +3, +8°, көндөҙ +20, +25°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас