Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2023, 14:35

Еңеү диктанты яҙҙыҡ

Баймаҡ агросәнәғәт колледжында сәйәси лә, тулҡынландырғыс та сара юғары кимәлдә үтте...

Еңеү диктанты яҙҙыҡ
Еңеү диктанты яҙҙыҡ

Еңеү диктанты - илебеҙҙең иң матур йолаһына әүерелде. Данлыҡлы үткәнебеҙҙе данлау, уны киләсәккә еткереү ул. 

Баймаҡ агросәнәғәт колледжында был сара юғары кимәлдә ойошторолдо. Еңеү диктантын яҙырға килгән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзинды колледж директоры Илдус Зәйнуллин ҡаршы алды. Улар тере коридор булып теҙелгән, хәрби кейемдәге колледж студенттары янынан үтте. Йәштәрҙең көслө алҡыштары ветеранға үҙе бер бүләк булды. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев барыһын да тәбрикләп үтте. Ғәйзулла олатай ҙа балаларға изге теләктәрен еткерҙе. Артабан студенттар ветеран алдынан сафҡа теҙелеп үтте.

Байрамса биҙәлгән колледжда Еңеү йырҙары яңғыраны. Еңеү диктантын яҙыр алдынан ошо класта Геройҙар парталары асылды. Улар колледжда уҡып, унан локаль һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған егеттәргә арналды. 

Еңеү диктантын оло яуаплылыҡ меенән яҙҙыҡ. Ә инде колледж ойошторған сәй табыны артында Ғәйзулла олатайҙың һуғыш хәтирәләре, йәшлек йылдары, тәүге һөйөү хистәре хаҡында рәхәтләнеп тыңланыҡ.

Ошондай юғары кимәлдә байрам ойошторған агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Әдиф улына, уның коллективына, бар студенттарға рәхмәт белдерәбеҙ.

Был сара тураһында тулы материалды "Һаҡмар" гәзитендә уҡырһығыҙ. Байрамдың видеояҙмалары "Һаҡмар" төркөмөндә.

Гүзәл Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: