Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2023, 10:15

Яҡшы уҡыған студенттарға

2023 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияның күләме 5 мең һумға тиклем арттырыла...

Яҡшы уҡыған студенттарға
Яҡшы уҡыған студенттарға

2023 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияның күләме 5 мең һумға тиклем арттырыла. Ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Йыл һайын республика юғары уҡыу йорттарының — 5, колледждарҙың 20 студентына ошондай түләү тәғәйенләнә.

Быға тиклем исемле стипендияның күләме урта махсус уҡыу йорттарында  — 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум ине.

Ошо йылдар эсендәстипендияға 250-нән ашыу студент лайыҡ булған. Уларҙың уңышы Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә һәм уҡыуҙағы йәки ғилми эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштарына бәйле.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: