Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2023, 10:25

Көн боҙола

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана: республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе, көньяҡта сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Көн боҙолаКөн боҙола
Көн боҙола

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана: республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе, көньяҡта сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

14 апрелдә көн аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ямғыр, епшек ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 15-20 метр, урыны менән тиҙлегенең секундына 26 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5, төньяҡта -2, -7°, көндөҙ +2, +7°ю Республиканың көньяғында юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас