Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2023, 15:00

Хәмзә хәҙрәткә рәхмәт белдерелде!

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм дин әһелдәренә ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе...

Хәмзә хәҙрәткә рәхмәт белдерелде!
Хәмзә хәҙрәткә рәхмәт белдерелде!

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланы. 

Махсус хәрби операция зонаһында башҡорт яугирҙәренә рухи терәк-таяныс булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм отец Виктор республика етәксеһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Бөгөн бүләкләнгән егеттәрҙе, уларҙың ниндәй батыр икәнлеген беләбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа Ватанға хеҙмәт итәбеҙ», – тине Хәмзә хәҙрәт.

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм дин әһелдәренә еңел булмаған эштәре һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәләл ефеттәренә түҙемлектәре өсөн рәхмәт әйтеп, сәскә гөлләмәһе бүләк итте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: