Новости
4 Апрель 2023, 06:52

Йәштәр премияһына кемдәр дәғүә итә?

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың 3 апреленән 1 июленә тиклем 2021, 2022 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич премияһына дәғүә итеүгә конкурс материалдарын ҡабул итә.   

Йәштәр премияһына кемдәр дәғүә итә?Йәштәр премияһына кемдәр дәғүә итә?
Йәштәр премияһына кемдәр дәғүә итә?

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың 3 апреленән 1 июленә тиклем 2021, 2022 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич премияһына дәғүә итеүгә конкурс материалдарын ҡабул итә. 

Премия менән бүләкләүҙең төп маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү.

Премияға дәғүә итеүгә индивидуаль рәүештә лә, шулай уҡ авторҙар коллективы составында ла (5 кешегә тиклем) күрһәтелә. Дәғүәселәрҙең йәше 16-нан кәм булмаҫҡа һәм 35-тән артмаҫҡа тейеш. 

Премияға дәғүә итеүсе эштәргә талаптар тураһында положение Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының үрҙә әйтелгән ҡарарында күрһәтелгән.

Эштәр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:

Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт. 

Бәйләнеш өсөн:  Йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Диана Айрат ҡыҙы Исмәғилеваға +7 (927) 306-82-73 һандары һәм Ismagilova.DA@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә була. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас