

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса биш һәм унан күберәк бала үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм әсәнең социаль әһәмиәтен күтәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Ҡаратал ауылынан Рузилә Әхмәтова "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды!
Әхмәтовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләнә. Ғаилә эшһөйәрлеге һәм уңғанлығы менән айырыла.
Миҙалды тапшырып район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев:
- Рузилә Фуат ҡыҙы, балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырһын, Һеҙгә йылылыҡ һәм иғтибар бүләк итһен. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға тыныслыҡ, именлек һәм муллыҡ теләйем,- тине.
Беҙ ҙә ҡолтлауҙарға ҡушылып, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Тыуған еребеҙҙә ошондай матур ғаиләләр күп булһын!