+24 °С
Ямғыр


Кисә халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәмитов Рәсих Әғзәм улы ауылдың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға индергән тос өлөшө, айыҡ тормош алып барыуҙы киң пропагандалағаны, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Баймаҡ районы Күсей ауылы урта мәктәбе директоры, Күсей ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Уйылданов Ҡунаҡбай Шәриф улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” исемле миҙалы менән бүләкләне. Ҡотлайбыҙ!