+24 °С
Ямғыр


Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Башлығы: "Мин үҙем йәнә Иранға осор инем", – тине.
Радий Фәрит улы Ислам Республикаһына сәфәре хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Унда хәүефһеҙ, тәмле ризыҡ, хаҡтар беҙҙәгегә ҡарағанда ике-өс тапҡырға арзаныраҡ. Иран – ул боронғо цивилизацияның мираҫын һаҡлаған ил, унда иҫтәлекле, күркәм урындар күп. Рейс асһаҡ, мин үҙем тағы бер тапҡыр ошо илгә осор инем", – тине Радий Хәбиров.