Новости
20 Март 2023, 12:02

Уҡытыусыларҙың спартакиадаһы үтте

Уҙған шәмбе "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы үтте. 

Уҡытыусыларҙың спартакиадаһы үттеУҡытыусыларҙың спартакиадаһы үтте
Уҡытыусыларҙың спартакиадаһы үтте

Спартакидала Аҡморондан, Ниғәмәттән, Иҫке Сибайҙан, Темәстән һәм Баймаҡтан белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Шулай уҡ балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының берләшкән командалары ла булдырылды.

Быйыл спартакиада Педагог һәм остаз йылына арналды.

Ярыштар алты төргә бүленде. Волейбол ярышында ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаһы айырым ярышты. Шулай уҡ йөҙөү буйынса, саңғы ярыштары, өҫтәл теннисы, шахмат, гир күтәреү буйынса ла көс һынаштылар.

сараның асылыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Динара  Сәйғәфәрова һ.б. ҡатнашты. Азат Булат улы: "Бындай ярыштар шатлыҡ тойғоһон алып килә, уҡытыусылар араһында команда рухын нығыта", - тип тәбрикләне. Динара Юрис ҡыҙы уңыштар теләне һәм уйын төрҙәре менән таныштырҙы.

Ярыш төрҙәренә ҡарап, "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә, ҡалының 3-сө мәктәбендә, 4-се лицейҙа, балалар ижады үҙәгендә, бассейнда үтте.  Уйын һөҙөмтәләре буйынса 1-се урында Баймаҡ ҡалаһы командаһы яулап алды. 2-се урынға Ниғәмәт төбәге командаһы лайыҡ булды. 3-сө урын Иҫке Сибай төбәге командаһына бирелде. 

Ярыш фотоларын ошо һылтанмаға үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/album-175103674_290421092 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас