

Башҡортостан халҡы «Рәсәйҙә эшләнгән - 2023» премияһында ҡатнаша ала - ғаризалар ҡабул ителә башлаған да инде. Был конкурста 2022 йылдың октябренән һуң ғәмәлгә ашырылған проекттар ғына ҡатнаша ала. Бының өсөн https://clck.ru/33ZDZ7 ошо форманы тултырыр кәрәк.
«Рәсәйҙә эшләнгән - 2023» премияһы - «Сноб» журналы проекты. Шуға ла иң яҡшыларҙы клуб ағзалары, сайтты уҡыусылар, эксперттар һәм редакция һайлап аласаҡ.
Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнәсәк:
«Иғтибар үҙәге» - кино, сериалдар һәм анимация;
«Тәмдә бар эш» - ресторандар;
«Сифат градусы» - алкоголь;
«Эстән генә һәм ҡысҡырып» - текст;
«Ғәмәлдәр урыны» - театр;
«Үҙ-үҙеңә музыкант» - музыка;
«Кеше кешегә кеше» - йәмғиәт;
«Йәшәү мөхите» - ҡала мөхите;
«Рәсәй буйлап һөйөү менән» - сәйәхәттәр;
«Эҙләүселәр» - фән һәм технологиялар;
«Образдар йөкмәткеһе» - мода.
«Рәсәйҙә эшләнгән» премияһы быйыл 12-се тапҡыр үткәрелә.