Новости
17 Февраль 2023, 10:35

Селлә ... дөрөҫ сыға

Синоптиктар ял көндәре һыуыҡ буласағын белдерә. Тимәк, 18 февралдә сыҡҡан селлә - дөрөҫ сыға. Селлә башланғанда ла бик һыуыҡ булғайны. Тимәк, алда мул уңышлы миҙгелдәрҙе көтәбеҙ... 

Селлә ... дөрөҫ сығаСеллә ... дөрөҫ сыға
Селлә ... дөрөҫ сыға

Башҡортостанда алдағы ял көндәре һыуыҡ була. Башгидромет хәбәр итеүенсә, шәмбе, 18 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан. Һауа температураһы төндә -11,-16°, аяҙытҡанда -20,-25°, көндөҙ -6,-11°.

Йәкшәмбе, 19 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11,-16°, аяҙытҡанда -20,-25° тиклем түбәнәйә. Көндөҙ -6,-11° тиклем йылыта.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас