Новости
14 Февраль 2023, 09:20

Ә беҙҙең районда юҡ...

Ғашиҡтар көнөмө әллә ҡоро көнмө?

Ә беҙҙең районда юҡ...Ә беҙҙең районда юҡ...
Ә беҙҙең районда юҡ...

Башҡортостанда 14 февралдә — Ғашиҡтар көнөндә никахлашыу ғашиҡтар өсөн үҙенә күрә бер йолаға әүерелгән. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, был көндә 91 йәш йөрәк никахтарын теркәүҙе һорап ғариза биргән. Уларҙың күпселеге йәғни 28 пар Өфөнән.   

Стәрлетамаҡ ҡалаһында — 9, Учалы ҡалаһында һәм Стәрлетамаҡ районында — 6-шар, Октябрьский ҡалаһында 5 пар өйләнешә.

Баймаҡтар араһында был көндө никахын теркәргә уйлаған пар юҡ. Был, бәлки, шишәмбе ҡоро көн булыуындалыр?

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас