Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 11:55

Торлаҡ буйынса - алда!

Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү буйынса яңы рекорд ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә...

Торлаҡ буйынса - алда!
Торлаҡ буйынса - алда!

Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү буйынса яңы рекорд ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Республика статистиктары мәғлүмәте буйынса, 2022 йылда торлаҡ төҙөлөшө темпы 3 миллион 62 мең квадрат метр күрһәткесенә еткән. Республикала файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме рекордлы 2021 йыл менән сағыштырғанда 105,4 процентҡа артҡан.

«Дәүләттең төҙөлөш тармағына ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә 2022 йыл Башҡортостан тарихында сафҡа индерелгән торлаҡ темпы буйынса иң яҡшыһы булды. Күрһәткестәребеҙҙе кәметмәҫ өсөн киләһе йылдарға эште башлау мөһим», тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, шәхси төҙөүселәргә 1,922 миллион квадрат метр сафҡа индерелгән торлаҡ тура килә. Был 2021 йылға ҡарағанда 7,9 процентҡа күберәк.

Әлеге көндә Башҡортостанда 10,4 мең тирәһе төҙөлөш ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 61 мең кеше эшләй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: